Бөгөн Мәскәүҙә Радий Хәбиров «Интер РАО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Сергей Дрегваль менән осрашты. Яҡтар республиканың энергетика инфраструктураһын үҫтереү һәм энергохолдинг менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
Сергей Дрегваль, компания өсөн Башҡортостан төп төбәктәрҙең береһе булыуын билдәләне. Әле электр станцияларын яңыртыу программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла. Был республиканың иҡтисади һәм социаль үҫешен ресурстар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк,-тине ул. Радий Хәбиров «Интер РАО» йәмғиәтен ышаныслы партнер тип атаны. 2029 йылға инвестициялар күләме 27 миллиард һумға етәсәк. Төбәк башлығы шулай уҡ йылытыу миҙгеленә берлектәге әҙерлек, кадрҙар мәсьәләләрен хәл итеү һәм Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге менән үҙ-ара эшмәкәрлекте билдәләне.




