Башҡортостан йылытыу миҙгеленә 100 процентҡа әҙер

Һалҡын һауа торошо һаҡланһа, киләһе аҙнала уҡ яуаплы кампанияға старт бирелеүе ихтимал. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә бөтә муниципаль берәмектәр ҙә ҡышҡа әҙерлек паспорттарын раҫлаған. Федераль ҡануниәткә ярашлы, уртаса һауа температураһы биш көн рәттән 8 градус йылынан түбәнерәк булһа, йылы бирергә тейештәр.

Тәү сиратта йылы социаль учреждениеларға, һуңынан торлаҡ йорттарға бирелә, һуңғы сиратта сәнәғәт биналары тоташтырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йылы биреү мәсьәләһенең көндән-көн киҫкенләшеүен иҫәпкә алып Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм муниципалитет башлыҡтарына йылытыу миҙгеленең башланыуын тикшерергә һәм датаны билдәләргә ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ