Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровты һуңғы юлға оҙатасаҡтар

Иртәгә Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровты һуңғы юлға оҙатасаҡтар. Матәм сараһы иртәнге сәғәт 10-да «Башҡортостан» дәүләт концерт залында башлана. Илдар Филорет улын белгән һәм уның иҫтәлеген хөрмәтләргә теләгән һәр кем хушлашыуға килә ала. Матәм митингыһынан һуң Илдар Суфияров Өфөнөң Көньяҡ зыяратына ерләнәсәк.

Даян Мурзин исемендәге батальон взводы командиры Илдар Суфияров үҙе менән бергә хеҙмәт иткән яугирҙар өсөн ысын ир-егет өлгөһө булған. Яугирҙар әйтеүенсә, командир разведкаларға йөрөгәндә хәүефле объекттарға иң тәүҙә үҙе ингән, һуңынан ғына егеттәрҙе әйҙәп хәрби бурыстар ҡуйған. Алғы һыҙыҡта бергә хеҙмәт иткән яугирҙар Илдар Суфияров геройҙарға хас ҡыйыулыҡ менән намыҫлы хеҙмәт итте тип иҫкә ала. Командир көндөҙ ҙә, төндә лә хәрби заданиены үтәп дошмандарға ҡаршы алышҡан.

Илдар Филорет улы былтыр апрелдә махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булды. Ҡатмарлы алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ күҙәтеү пунктында үҙ позицияһын ҡалдырмай, дошман яҡынлашып килгәндә үҙен граната менән шартлата, шул уҡ ваҡытта өс нацисты юҡ итә.

Уҙған йылдың октябрендә Илдар Суфияровҡа вафатынан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Унан алда Радий Хәбиров Рәсәй Президентына һәм Оборона министрына яугирға юғары исем биреү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткәйне. Һуңғы оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Илдар Суфияровтың ысын герой булыуын һәм тыуған ил алдындағы хәрби бурысын һуңғы һулышына тиклем үтәүен билдәләне.

Иртәгә, 18 сентябрҙә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровты һуңғы юлға оҙатасаҡтар. Матәм сараһы иртәнге сәғәт 10-да «Башҡортостан» дәүләт концерт залында башлана. Өфөлә тыуып үҫкән Илдар Филорет улы баш ҡаланың Көньяҡ зыяратына ерләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ