Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ул белдереүенсә, сәнәғәт объектына самолет тибындағы ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Пассив һәм актив һаҡланыу системаһы эшләп, предприятиеның һаҡ хеҙмәте уларға ҡаршы ут асҡан. Зыян кимәле асыҡлана. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында янғын һүндерелә. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә урында. Тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе һуңғараҡ хәбәр итермен тип белдергән төбәк етәксеһе.



