Быйыл Башҡортостанда «Кадрҙар» милли проекты ғәмәлгә ашырыла башланы

Уның ярҙамында хеҙмәт баҙары талаптарын иҫәпкә алып әҙерләнгән белем биреү программалары буйынса уҡырға мөмкин. Халыҡта IT-өлкә, электр энергетикаһы һәм төҙөлөш өсөн әҙерлек программалары ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Кабель системаларының төрҙәрен айырырға, монтаж технологияларын аңларға, техник схемаларҙы анализларға. Инил Вәлишин өсөн был белем һәм күнекмәләр яңы һөнәр үҙләштереү өсөн бик кәрәк. Телекоммуникация компанияһында эшләгән егет квалификацияһын үҙгәртеү өсөн Өфөгә уҡырға килгән. Бөгөнгө заман шарттарында был һөнәр бик мөһим, ти ул.

«Кадрҙар» милли проекты ярҙамында яңы һөнәрҙәрҙе һәр кем, шул иҫәптән эшһеҙҙәр ҙә бушлай үҙләштерә ала. Был программа ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырыуса популяр. Мәҫәлән, декрет ялында булған йәки мәктәпкәсә йәштәге бала тәрбиәләгән әсәйҙәр. Милли проектта ҡатнашыу өсөн «Рәсәй эше» порталында ғариза бирергә һәм мәшғүллек үҙәгендә һөнәри йүнәлеш алырға кәрәк. Белгестәр тейешле уҡыу программаһын һайларға ярҙам итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ