Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Гүзәл Искәндәрова Башҡортостандың халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Замандашыбыҙ ун йылдан ашыу боронғо башҡорт әйберҙәрен тегеп кейемде милли стилдә биҙәй. Уның коллекцияһында баш кейемдәренән алып аяҡ кейеменә тиклем әйберҙәр бар. тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Һәүәләй ауылында йәшәүсе Гүзәл Искәндәрованың ижады күп яҡлы. Ҡул оҫтаһы милли кейемдәр тегеп стилләштерә, таҫмаларҙан картиналар яһай . Элек һөт сәнәғәте технологы булып эшләгән ханым бөгөн тормошон ижад һәм туҡымаларҙан башҡа күҙ алдына килтермәй.
Милли кейем тегеү өсөн оҫтабикә тик сифатлы туҡымалар ҡуллана. Сатинды ул заказ буйынса туҡыта , ә кейеҙҙе үҙе баҫып, әйбер теккәндә файҙалана. Кейемдәрҙе ул фотоһүрәттәрҙән һәм тарихи китаптарҙан ҡарап тергеҙә.
Гүзәл Искәндәрова балалар һәм өлкәндәр өсөн дә тегә. Кейемдәр ҡупшы ла, зауыҡлы ла. Башҡортостандың атҡаҙанған художество халыҡ кәсептәре оҫтаһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ханым артабан да илһамланып коллекцияһын яңы өлгөләр менән байытырға ниәтләй.
Флорида Ким




