Башҡортостан башлығы бөгөн мәтам митингында ошо турала белдерҙе. Илдар Суфияров доброволец булараҡ махсус хәрби операцияға юллана. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында батальон взводы командиры вазифаһын башҡара. Былтыр апрелдә дошмандар менән тиңһеҙ алышта батырҙарса һәләк була.
“Ул яҡшы атай, хәстәрлекле ғаилә башлығы булды”,-ти Илдар Суфияровтың ҡәйнәһе Олеся Ғимаева.
Илдар Суфияров баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнде.




