Махсус хәрби операция батыры Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде. Илдар Суфияров “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальонында хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡта “Хәсән” ҡушаматын ала, взвод командиры вазифаһын башҡара. Яугир былтыр апрелдә батырҙарса һәләк була. “Илдар Филарет улы Ватанға тоғролоҡ өлгөһө”, - ти полкташы “Физрук” ҡушаматлы яугир.
“Киләсәк быуынды Илдар Суфияров кеүек батырҙар үрнәгендә тәрбиәләргә бурыслыбыҙ”, - ти Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр инвалидтары берлеге рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов һәм махсус хәрби операция ветераны Ринат Ҡолтоманов.
Илдар Суфияров Өфөлә тыуа. Нефть университетын тамамлай. 30 йылдан ашыу “Башнефть” заводында инженер булып эшләй. 2023 йылдың майында Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй.




