Башҡортостанда «Урман» ведомство-ара операцияһы үтә

Йәшел ҡалҡан һағында. Башҡортостанда «Урман» ведомство-ара операцияһы үтә. Рейдтар барышында урманды файҙаланыу ҡануниәтен боҙоу, ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Шул уҡ ваҡытта халыҡ араһында иҫкәртеү эше алып барыла. Инспекторҙарҙың яуаплы эш мәлен беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ерҙән генә түгел, һауанан да патруль ойошторола. Пилотһыҙ осоусы аппараттар урман инспекторҙарының эшен күпкә еңеләйткән. Инспекторҙар тәүлек әйләнәһенә йәшел ҡалҡан һағында. Янғын хәүефе осоронда техника менән үтә алмаҫлыҡ участкалар ҙа контролдә тотола.

Нуриман районында йәшел ҡалҡандың дөйөм майҙаны - 200 мең гектарҙан ашыу. «Урман» операцияһы барышында инспекторҙар хоҡуҡ һаҡлау һәм башҡарма власть органдары вәкилдәре менән берлектә законһыҙ эшмәкәрлек алып барыусылар менән көрәш алып бара. Пилотһыҙ осоусы аппарат ярҙамында урман ҡырҡыу эштәре алып барылған диләнкәләр асыҡлана.

Пилотһыҙ осоусы аппарат ярҙамында асыҡланған участкаға килгәндә, физик шәхестең ҡулында барлыҡ рөхсәт ҡағыҙҙары ла булды. Рейд барышында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты инспекторҙары тракторҙың төҙөклөгөн дә тикшерҙе.

Республикала «Урман» операцияһы даими ойошторола. Йәйге тикшереү эштәре барышында ғына 150 рейд уҙғарылған. Рөхсәтһеҙ рәүештә урман ҡырҡыу буйынса 32 осраҡ теркәлгән. Ете енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Йәшел ҡалҡанға килтерелгән дөйөм зыян күләме ике миллион дүрт йөҙ мең һумға баһаланған. Белгестәр билдәләүенсә, урмандарҙан сығыу урындарын һәм юлдарҙы патрулләү тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Профилактик сара тәбиғәт ресурстарын һәм экологияны һаҡлауға йүнәлтелгән.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ