Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында шәкәр диабеты менән ауырусылар өсөн бушлай процедуралар ойошторола. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты нигеҙендә бында төбәк эндокринология үҙәге эшләй. Табиптар махсус ҡоролмалар ярҙамында ауырыған пациенттың аяҡ табандарына процедуралар үткәрә. Медицина хеҙмәте менән бер нисә ай эсендә 800-ҙән ашыу пациент файҙаланған. Бушлай процедураларға дауаханаға шылтыратып яҙылырға мөмкин.
Бынан тыш, дауаханала шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттарҙың күҙҙәрен дауалау программаһы ҡаралған. Күҙҙең селтәрле шекәрәһенә лазер менән коррекция үткәреү өсөн ҡоролмалар алынған. Дауалау программаһы шәкәр диабетынан зыян күргән пациенттарҙы һуҡырайыуҙан ҡотҡарыуға иҫәпләнгән.



