«Газпром Салауат нефтехим» предприятиеһына пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һуң, һауала норма сиктәрендәге коэффициенттың артыуы күҙәтелмәгән. Бөгөн заводҡа дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм итә. Урынға Башҡортостан башлығы килеп, оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Радий Хәбиров предприятиены һаҡлау хеҙмәте һәм илдең Оборона министрлығы вәкилдәренең һөҙөмтәле яҡлауын һәм һөжүмде кире ҡағыуын билдәләне. Әле заводта һөжүм эҙемтәләре бөтөрөлә. Бер кемдең дә зыян күрмәүе билдәле, сәнәғәт объекты штат режимында эшләүен дауам итә, технологик процестар боҙолмаған.
Бер үк ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә ҡалала атмосфера һауаһындағы зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрацияһы артыуы тураһында имеш-мимештәр тарала башланы. Әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй. Урында республика Экология министрлығының махсус лабораторияһы эшләй. Экологтар ҙа, ҡотҡарыусылар ҙа Салауатта һауаның нормала булыуын хәбәр итә.



