Ул алдағы йәкшәмбе "Башҡортостан" дәүләт концерт залында була. Сәхнәнән әсәйҙәр, мөхәббәт һәм тыуған ил тураһында йырҙар яңғырай, шиғырҙар уҡыла. "Әсәй" тигән хәйриә сараһына билеттар һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операция ветерандарына ярҙамға йүнәлтелә.




