Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 100 процентлыҡ әҙерлек тураһында иғлан итте. Республикала 15 мең 500 ашыу күп фатирлы йорт үҙәк йылытыу системаһына тоташтырылған. 5 тәүлек буйынса уртаса температура 8 градус йылынан түбән булһа йылытыу миҙгеленә старт бирелә, тип хәбәр итәләр ведомствонан.




