Киләһе йыл Өфөлә - Минск, Белоруссияның баш ҡалаһында Өфө көндәре уҙа

Мэр Ратмир Мәүлиев етәкселегендәге делегация  сәфәре ваҡытында яҡтар даталар тураһында һөйләшеп килеште. Хакимиәт башлығы эшсе төркөмдәр һәм сараға әҙерлек эштәрен башларға ҡушты.”Был бик яҡшы эш формаһы, унда беҙ предприятиеларыбыҙ менән тыныштыра, хеҙмәттәшлеккә этәргес бирә алабыҙ. Туризмды үҫтереү – беҙҙең өсөн стратегик бурыстарҙың береһе. Беҙ бер-беребеҙҙән бик йыраҡта түгел, күп йәһәттән оҡшашбыҙ, мәҙәниәттәр бик яҡын”, — тип билдәләне Ратмир Мәүлиев. Өфө менән Минск араһында ныҡлы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Башҡортостан һәм Белоруссияның баш ҡалалары 2017 йылдан туғандаш ҡалалар булып тора.

Фото №1 - Киләһе йыл  Өфөлә - Минск, Белоруссияның баш ҡалаһында Өфө көндәре уҙа
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ