Был күрһәткес былтырғы осор менән сағыштырғанда 2 тапҡырға күберәк, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең төбәктәге идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 470 фитосанитар сертификат бирелгән. Барлыҡ продукция лабораторияларҙа тикшереү үткән. Рапс, юғары маржиналле майлы культура булараҡ, төрлө тармаҡта ҡулланыла. Унан аҙыҡ, фармакология, косметика сәнәғәте, биодизель өсөн май етештерәләр. Башҡортостанда быйыл рапс 82 мең гектарҙа сәселде. Әлегә дөйөм майҙандарҙың 57 процентында эштәр теүәлләнгән, 87 мең тонна уңыш йыйып алынған.




