Экологик сара барышында тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса өмә ойошторола. Дөйөм ҡала өмәһе 20 һәм 27 сентябргә планлаштырылған. Ойошма-предприятиелар етәкселәре үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартырға, ағастарҙы ҡырҡырға, буяу эштәрен башҡарырға бурыслы, ябай кешеләр ҙә урамды сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша ала. 27 сентябрҙә шулай уҡ "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтә.




