Радий Хәбиров етәкселегендә «Креатив индустриялар сәғәте» ойошторолдо

Ултырышта республикала кәсепселәргә ярҙам сараларын арттырыу, ҡул оҫталарының юридик хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың рәсми статусын булдырыу, сауҙа майҙансыҡтарын билдәләү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Радий Хәбиров эшҡыуарҙар өсөн ҡабул ителгән закондар һәм ярҙам саралары сәнәғәт ойошмалары өсөн түгел, ә төпкөл ауылдарҙа, муниципалитеттарҙа эш башлаусы кәсепселәргә, ҡул оҫталарына йүнәлтелергә тейеш тип белдерҙе.

Башҡортостанда креатив индустрияны үҫтереүгә 25 миллион һум аҡса йүнәлтелә. 2030 йылға тиклем ил иҡтисадында креатив индустриялар өлөшө 6 процентҡа тиклем етергә тейеш. «Креатив индустриялар сәғәтендә» дәүләт ярҙамы сараларын арттырыу , үҫеш юлдары, көнүҙәк проблемалар хаҡында һүҙ барҙы. Йылдам үҫешкән тармаҡты көслө кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә күтәрелде.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ