Был маҡсатта, һис шикһеҙ, бюджет кредиттары мотлаҡ. Республиканың 71,1 миллиард һумлыҡ дәүләт бурысы ошоға бәйле. Рәсәйҙең Финанс министрлығы 2025 йылдың 1 авгусына төбәктәрҙең дәүләт бурысы тураһында мәғлүмәттәрҙе баҫтырҙы. Республика бурысы структураһының яртыһын Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә бик түбән ставкалар буйынса биргән бюджет кредиттары тәшкил итә. Был аҡса Өфөнөң Пугачев һәм Генерал Рыленко урамдары киҫелешендә транспорт үткәүеле төҙөүгә, аркалы күперҙе капиталь ремонтлауға йүнәлтелгән дә инде. Шулай уҡ Өфөнөң Көньяҡ урау юлы төҙөлөшө проектлана, Нефтекамала таҙартыу ҡоролмалары реконструкциялана, баш ҡаланың Күзнецов Затонында мәктәп төҙөлә.
Шул да мөһим - 2025 йылдың 1 сентябренә Башҡортостандың коммерция банктары алдында бурысы юҡ. Ә күп кенә төбәктәрҙә был займдар ҙур суммалар тәшкил итә. Республиканың федераль ҡаҙна алдындағы йөкләмәләренең һиҙелерлек өлөшө - инвестиция проекттарына һалынған дәүләт гарантиялары. Республиканың һәр хәлдә мотлаҡ үҙ килемдәрен арттырыу төрлө инфраструктура мәсьәләләрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай итеп, эксперттар фекеренсә, бурыстарҙы киләсәкте хәстәрләү тип баһаларға мөмкин.



