Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Бала саҡты ҡайтарып» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне

Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә социаль адаптация ойоштороу маҡсатында уҙғарылған форумда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 215 ҡатнашыусы йыйылды. Өфөлә дүрт көн дауам иткән фестивалдә малай-ҡыҙҙар ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында көс һынашты, оҫталыҡ дәрестәрендә белемен камиллаштырҙы, тиҫтерҙәре менән аралашты. Киләсәк һөнәрҙәре менән бәйле лекцияларҙа төрлө өлкәләге белгестәр, блогерҙар сығыш яһаны. Күләмле сара концерт һәм бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ