Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәселәренең бишенсе форумы үтте

Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәселәренең бишенсе форумы үтте. Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы төбәктәренән өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Балалар менән эшләүҙә тағы ла нигеҙлерәк программалар һәм ысулдар ярҙамында төплө белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған форумда педагогтар, балалар баҡсалары мөдирҙәре эксперттар менән берлектә патриотик тәрбиә, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу һәм балаларҙы мәктәпкә психологик яҡтан әҙерләү буйынса фекер алышты. Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре үҙ тәжрибәләре менән дә уртаҡлашты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ