Төбәк йәмәғәт палатаһының күҙәтеү комиссияһы ағзаларына мандаттар тапшырылды

Башҡортостан граждандар йәмғиәте тормошонда мөһим ваҡиға -төбәк йәмәғәт палатаһының күҙәтеү комиссияһы ағзаларына мандаттар тапшырылды. Тантана Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың тарихи геральдик залында үтте. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы власть менән йәмғиәт араһында хеҙмәтәшлекте нығытыуҙы дауам итә.

Күҙәтеү комиссияһының етенсе составы 40 процентҡа яңыртылған. Күҙәтеү комиссияһын булдырыу - төбәктә йәмәғәт контроле институтын үҫтереүҙә мөһим аҙым. Тантанала комиссияның 18 яңы ағзаһы үҙенең вәкәләттәрен раҫлаусы рәсми документ алды. Унда дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.. Йәмәғәт күҙәтеүселәре Рәсәйҙең 43 субьектында яңынан һайланған, улар йәмғеһе 700 -ҙән ашыу кеше. Улар араһында дин әһелдәре лә бар.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ