Сараға Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән тармаҡ ғалимдары, белгестәр йыйылған. Улар урман хужалығы, үҫемлекселек һәм ландшафт архитектураһы өлкәһендә фекер алыша. Был йәһәттән Өфө лимонарийының эш тәжрибәһе айырым иғтибарға лайыҡ. 1990 йылда Ташкенттан килтерелгән лимондар уңышлы һынау үткән плантацияларҙа хәҙер Башҡортостан сорттары ла сығарыла. Лимонарийҙы башҡорт климатына яраҡлаштырылған экзотик үҫемлектәр ҙә биҙәй. Өфө Урман хужалығы техникумының тәжрибә участкаһы булараҡ лимонарий баш ҡаланың профилле уҡыу йорттары студенттарына һөнәр үҙләштереү өсөн киң мөмкинлектәр аса. Лимонарий шулай уҡ эске туризмды үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерә. Кеше ҡулдары тыуҙырған гүзәллекте күрер, лимондарҙың хуш еҫен еҫкәр өсөн бында туристар күпләп килә.



