Балаларҙы спортҡа йәлеп итеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелгән ярышта Рәсәй чемпионатының көмөш һәм бронза призеры, лицейҙы 2020 йылда тамамлаусы Ғәҙел Булатов та ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында «Көҙгө кросс» үтте. Был сара балаларҙы спортҡа йәлеп итеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелә.
Баймаҡ күп профилле лицей - интернаты уҡыусылары еңел атлетикала етеҙлектәрен һынау маҡсатында дәррәү стартҡа баҫты. Һәр класс үҙҙәренә тәғәйен дистанцияны йүгереп еңеүгә ынтылыш, физик форма һәм командалар берҙәмлеген күрһәтте.
Быйылғы сарала еңел атлетика кросы буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш һәм бронза призеры, лицейҙың 2020-се йылдағы сығарылыш уҡыусыһы Ғәҙел Булатовтың ҡатнашыуы ҙур мәртәбә өҫтәне. Егет ярышта еңеүселәрҙе үҙенең бүләктәре менән дә ҡыуандырҙы.
Матур традицияға әйләнгән «Көҙгө кросс» - ярыш булараҡ ҡына түгел, спорт байрамы булып та хәтерҙә ҡаласаҡ. Иң мөһиме - һәр ҡатнашыусы үҙенә спорт ҡомары менән бер рәттән, ыңғай тәьҫораттар һәм күтәренке кәйеф алды.
Рүзилә Ғүмәрова



