Был хаҡта «Торатау» геопаркының Бөтә донъя мираҫы статусын алыуға арналған матбуғат конференцияһында билдәле булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай ҡарар 6 сентябрҙә Чилиҙа ҡабул ителгәйне. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, «Торатау» республикала глобаль селтәргә ингән икенсе геопарк.
Тәүгеһе 2020 йылда «Янғантау» булды. Күптән түгел ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә Шүлгәнташ мәмерйәһенең билдәле ҡая һүрәттәре лә индерелде. Эксперттар билдәләүенсә, был төбәкте артабан үҫтереү өсөн ҡеүәтле импульс. Киләсәктә башҡорт шихандарын бөтә донъя тәбиғәт мираҫы исемлегенә индереү бурысы тора. Әгәр белгестәр бөтә иҫкәрмәләрҙе лә эшләп өлгөрһә, киләһе йылдың йәйендә Европа илдәренең береһендә республика заявкаһы ҡараласаҡ.



