Башҡаланың «АртКвадрат» киңлегендә «Боронғо Өфө» 6-сы тарихи фестивале үтте. Унда килеүселәр төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, уҡтан атыу буйынса мәргәнлектә ярышты. Бынан тыш, һөнәрселәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары етештергән әйберҙәрҙе һатып алырға мөмкин ине. Сараны «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ ойошторҙо.



