Өфөнөң Октябрь районында көҙгө уңыш йыйыуға арналған фестиваль үтте

«Ҡашҡаҙан» паркында уҙғарылған йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙары, баҡсалағы йәшелсә, емеш-еләк, милли аш-һыу һатыуға сығарылды. Хәйриә сараһынан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Гармун моңдары менән генә түгел, самауыр сәйе, милли аш-һыуҙары менән халыҡтың иғтибарын яуланы Шишмә районынан килгән ҡунаҡтар. Лидиә Мәһәҙиева Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам күрһәтеү маҡсатында Хәйриә йәрминкәһе уҙғарылыуын белгәс тә, мәртәбәле сарала ҡатнашыу теләген белдергән.

Көҙгө уңыш йыйыуға арналған Хәйриә йәрминкәһен баш ҡаланың Октябрь районы мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары ла күтәреп алған. Хеҙмәткәрҙәр, ата-әсәләр көсө менән йәшелсә, емеш-еләктән мул өҫтәлдәр әҙерләнә. Икмәк продукцияһы ла халыҡҡа тәҡдим ителде.

Хәйриә йәрминкәһенән йыйылған аҡса алғы һыҙыҡтағыларға ярҙамға ебәреләсәк. Майҙанда маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе лә уҙғарылды.

Өфөнөң Октябрь районында йәшәүселәр алғы һыҙыҡҡа даими рәүештә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша. Мәрхәмәтле эшкә меңдәрсә кеше ҡушылған. Яугирҙарҙың заявкалары буйынса эш алып барыла.

«Ҡашҡаҙан» паркындағы байрам программаһына ярашлы, көн дауамында үҙешмәкәр коллективтар тарафынан концерт ҡуйылды, балалар өсөн ижади оҫталыҡ дәрестәре һәм уйындар уҙғарылды. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күләмле сараны даими ойоштороу ҡаралған.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ