Өфөнөң Ленин майҙанында Башҡортостанда урынлашҡан ете холоҡ төҙәтеү учреждениеһы тотҡондары етештергән продукция йәрминкәһе ойошторолдо. Республика холоҡ төҙәтеү учреждениеларында көнкүреш әйберҙәре лә, кейем-һалым да, аҙыҡ-түлек тә, сувенирҙар ҙа етештерепә. Продукция техник контроль үтә һәм дәүләт сифат стандартына тура килә. Күргәҙмәлә колонияларҙа етештерелгән барлыҡ продукция өлгөләре менән танышырға, һатып алырға мөмкин. Халыҡта айырыуса иретеп йәбештереп эшләнгән тимер әйберҙәр, эскәмйәләр, ағас ҡумталарҙағы өҫтәл уйындары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Хаҡтар сағыштырмаса арзан, сифат юғары, ти күргәҙмәне ойоштороусылар.



