Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү өсөн хәйриә сараһы

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында көҙгө йәрминкә ойошторолдо. Унда белем усағының башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Балаларға ярҙамға ата-әсәләр ҙә ҡушылды, улар һатыу өсөн төрлө ҡамыр ризыҡтары әҙерләй, ҡулдан эшләнгән әйберҙәр килтерә. Муллыҡ байрамынан киләһе репортаж.

Йыл һайын 4-се лицей уҡыусылары миҙгел йәрминкәһендә әүҙем ҡатнаша. Ата-әсәләр, уҡытыусылар көсө менән ойошоролған көҙгө муллыҡ сараһы бик күңелле үтә. Йәрминкә - кәрәкле сара, сөнки балалар хеҙмәттең, аҡсаның ҡәҙерен белергә өйрәнә.

Бер-ике сәғәттә һәр кем үҙҙәрен ысын сауҙагәр итеп тойоп, тауарын һатырға, табыш алырға тырышты. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, финанс грамоталылығына өйрәтеү маҡсатында уҙғарылған саранан йыйылған аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеп ебәрергә ҡарар ителгән.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ