Өфөлә лимонлы күлдәктәр тәҡдим ителде. Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция барашында «Мисс Лимония» һәм сәскә композициялары конкурсы үтте. Сара Өфө лимонарийы ойошторолоуға 35 һәм Башҡортостандың беренсе урман хужалығы министры Марсель Абдуловтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Экология-биология үҙәктәре уҡыусылары менән баш ҡала колледждары студенттары цитрус емешенән сағыу күлдәктәр әҙерләгән. Дефиле йомғаҡтары, визит карточкалары һәм художество номерҙары буйынса жюри ағзалары еңеүселәрҙе һайланы, улар сертификаттар һәм ҡиммәтле бүләктәр алды.



