Ишембай районында тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте

Хәтер сараһы Уйылдан Нурғәле улының тыуған ауылы Урман-Бишҡаҙаҡта ойошторолдо. Ҡатнашыусылар мәктәптә ойошторолған хәтер митингында ҡатнашты, Уйылдан Ғәлиндың тормош һәм хеҙмәт юлын сағылдырған фотоһүрәттәр күргәҙмәһен ҡараны. Туғандары, яҡындары, дуҫтары яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Рәсми өлөштән һуң улар Уйылдан Нурғәле улының ҡәберендә булды, сәскәләр һалды. Волейбол турниры иһә Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең спорт залында үтте. Ярышта ҡатнашыусылар әйтеүенсә, еңеү мөһим түгел, турнирҙың төп маҡсаты булып Уйылдан Ғәлиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү тора. Хәбәр итеүебеҙсә, коллегабыҙ, тележурналист Уйылдан Нурғәле улы бер йыл элек 45 йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китте. Ул үҙе тураһында яҡты хәтирәләр генә ҡалдырҙы, башҡорт журналистикаһы үҫешенә тос өлөш индерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ