Кибермутлашыусыларҙан зыян күреүселәргә бушлай юридик ярҙам була

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо турала закон проектын ҡарарға ниәтләй. Уға ярашлы, аферистарҙың ҡорбандарына түләүһеҙ консультация бирелә. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республика халҡы мутлашыусылар иҫәбенә 4 миллиард ярым һум аҡса күсергән. Парламентта пленар ултырыш 25 сентябрҙә үтә.

Фото №1 - Кибермутлашыусыларҙан зыян күреүселәргә бушлай юридик ярҙам була
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ