Республикала яугирҙарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡарала

Башҡортостан парламенты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға фатир алырға ярҙам иткән закон әҙерләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, депутаттар “Башҡортостанда торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы “ ҡанунға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.  Мобилизация йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәт өсөн эш хаҡы, награда алған өсөн бирелгән түләүҙәр килем булараҡ иҫәпләнмәйәсәк. Закон проекты ошо аҙнала парламенттың пленар ултырышында ҡарала.

Фото №1 - Республикала яугирҙарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡарала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ