Краснокама районы Ҡуян ауылынан 6 бала ауыл командалары араһында иң көслөһө тип танылды. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Йәйге спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа 85 ҡала һәм 79 ауыл командаһы - мең ярым кеше ҡатнашты. Краснокаманан 5-се класс уҡыусылары беренсе урын яуланы. "Беҙҙең балалар яҡшы физик әҙерлеген, бергә эшләү оҫталағын, берҙәмлеген күрһәтте. Еңеүселәрҙе, уларҙың ата-әсәләрен, уҡыусыларын ҡотлайым" тип яҙа Радий Хәбиров.




