Йәштәргә йәшәү, белем алыу һәм фән менән шөғөлләнеү өсөн заманса шарттар. Өфөлә Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратына ярашлы, бер стилобат менән тоташҡан ете башня күтәрелә. Объект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөлә. Республиканың юғары мәктәбе инфраструктураһы үҫеше менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Ете башняның нигеҙен һалыр алдынан төҙөүселәргә скважиналар ҡаҙып, ерҙе цементлап нығытырға тура килгән. Әле инженер селтәрҙәр үткәрелә. Монолит эштәре башҡарыла. Подрядсы компания хеҙмәткәрҙәре стилобат буйынса әҙер участкаларҙы дәүләт флагтары менән билдәләп, ҡыйығын яба башлаған.
Объект төҙөлөшө барышында 28 мең кубометр бетон, 5 мең тонна арматура ҡулланылған. Кран, экскаватор, самосвалдар-ҡеүәтле техника ярҙамында башнялар ҙа күҙгә күренеп үҫә.
Төҙөлөш компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, альфа, бета, гамма һәм дельта тип аталған объекттарҙың каркастары киләһе йыл әҙер буласаҡ. Архитектура яғынан, объект тәүҡараштан уҡ үҙенә арбай. Төп композицияға ярашлы, стилобат менән тоташҡан ете башня ҡурай сәскәһен сағылдыра. Бейек корпустар белемгә, асыштарға ынтылыш билдәһе.
Башҡортостан тарихында иң ҙур төҙөлөштәрҙең береһе. Проект буйынса башняларҙың биләмәһендә арт-киңлек, ял зоналары буласаҡ. ике инеү сығыу урынында биш метр бейеклектә киң аркалар күтәреү ҡаралған, әммә бында машинала үтеп булмаясаҡ, тик ашығыс хеҙмәттәр өсөн генә юл асыла
Юғары белем инфраструктураһы йылдам үҫешә. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, кампус ятаҡтарында студенттар өсөн дүрт мең өс йөҙҙән ашыу урын булдырыла. Проект йәштәрҙе төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән.
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса 2030 йылға тиклем илдә заманса 25 кампус сафҡа индереү күҙаллана. Төбәк етәксеһе Башҡортостандағы объекттың архитектура һәм эстәлеге буйынса иң яҡшылар иҫәбендә булыуын билдәләй.
Гөлназ Хәйбуллина




