Башҡортостан аграрийҙары 3,1 миллион тонна иген йыйҙы

Башҡортостан аграрийҙары 3 миллион 100 мең тонна бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алған. Эш майҙандарҙың 79 процентында тамамланған. Уңыш ярайһы уҡ яҡшы-гектарынан уртаса 28 центнер. Бер юлы майлы культуралар ҙа урыла. Йөҙ мең гектарҙан 170 мең тонна майлы уңыш тупланған. Ырҙын табаҡтарында ашлыҡты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү ҙә йылдам бара. Элеваторҙар иген таҙартыу һәм киптереү менән мәшғүл. Нерал хужалығының Шишмә районындағы элеваторы эшмәкәрлеге тураһында киләһе яҙмала.

Һуңғы арала ашлыҡты тиҙ генә киптереп булмай, ти Рафаэль. Һауа торошо элеватор эшенә лә үҙ ҡағиҙәләрен индерә. Игендәге дымды кондицияға еткерер өсөн оҙағыраҡ елләтергә тура килә. Ә ул 14 процент тирәһе. Шул саҡта ғына йыйып алынған уңышты юғалтыуһыҙ һаҡларға мөмкин.

Киптерелгән ашлыҡ таҙартыу бункерҙарына оҙатыла. Иген бында сүп-сарҙан айырыла. Быйылғы шарттарҙа тупланған бөртөклөләрҙе тейешле сифатҡа еткереү өсөн таҙартыу ҡорамалдарынан икешәр тапҡыр үткәрергә лә тура килде, ти оператор.

Нерал-Шишмә хужалығы бөртөклө культураларҙы тулыһынса йыйып алды. Хәҙер ашлыҡты тейешле кондицияға еткереү бурысы тора. Ауыл хужалығын алып барыу хәүефле төбәктә һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай, ти агрономдар. Ярай ҙа ҡытыршылыҡтарҙың барыһы ла хәҙер артта ҡалған.

Нерал-Шишмә хужалығы элеваторында 25 мең тонна ашлыҡ һаҡлау мөмкинлеге бар. Ҡеүәтле предлприятие өсөн был ғына аҙбарҙар етмәй. Шуға ла ашлыҡты хужалыҡтың башҡа райондарҙағы элеваторҙарына ла ташыйҙар.

Йәй айҙарындағы оҙайлы ямғырҙар ваҡытында орлоҡһоҙ ҡалыу хәүефе лә бар ине. Ләкин һауа торошо аграрийҙарҙы ярлыҡаны. Орлоҡ менән хәл көйләнгән, бөртөклөләр киптерелеп келәттәргә һалынған. Орлоҡһоҙ ҡалыусыларға ла уны республикала һатып алыу мөмкинлеге бар.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ