БСТ телеканалы «Башҡортостан» концерт залында «Әсәй» хәйриә концертын ойошторҙо

Республиканың төп сәхнәһендә йылдың иң йылы сараһы. БСТ телеканалы «Башҡортостан» концерт залында «Әсәй» хәйриә концертын ойошторҙо. Хәйриә сараһы Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Башҡортостанда барған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды. Хәйриә концерты хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

«Әсәй» телепроекты геройҙары-Ватан һағына баҫҡан һалдат әсәләре.Улар Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарында йәшәй. Ҙур сәхнән «Әсәй» телевизион проекты геройҙарына күңел иретерлек һүҙҙәр әйтелде, йәрәк йылытырлыҡ йырҙар яңғыраны.Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадироваларҙың да йөрәктәре мәртәбәле сарала һалдат әсәләре йөрәктәре менән бергә типте.Көҙ һары күлдәген кейгән тәбиғәттең илаһи мәлендә ойошторолған хәйриә концертында сәхнәнән берсә моңло, берсә һағышлы йырҙар ағылды.Һалдат әсәләрен тәбрикләү проектына Рәсәйҙә танылған билдәле сәхнә йондоҙҙары ла теләктәшлек күрһәтте.

«Өфө йүкәләре» Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәликә Разакова яугир әсәләренә Назар Нәжми һүҙҙәренә Рим Хәсәнов ижад иткән «Өфө йүкәләре» йырын башҡарҙы.Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе Лилиә Букеева иһә йылы яҡҡа ҡуҙғалған торналар менән бергә һағышланды, Ватан һағына баҫҡан яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләре һәм әсәләре янына тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Һалдат әсәләренә Өфө йүкәләрен бағышланым йылы проект әҙерләгән БСТ телеканалына рәхмәтлемен.

Мәликә Разакова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

«Әсәй» телепроектында ҡатнашыу минең өсөн оло мәртәбә. Әлеге яуаплы осорҙа әсә йөрәге хәсрәтен дә, ҡайғыһын да күтәрә. Беҙ башҡарған йырҙар илебеҙгә батырҙар үҫтергән әсәләргә рух көсө бирһен, һынмаҫ ҡанаттар ҡуйһын.

Лилиә Букеева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Әсәйҙәргә арналған йырҙар ил именлеген яҡлаусыларға, батырҙар тыуҙырған, уларға күкрәк һөтө биргән әсәләргә, ышансылы тыл тәьмин итеүселәргә, изге доғалары менән улдарына көс биреүселәргә рәхмәт һәм хөрмәт булараҡ яңғыраны.Тамаша түрендә ултырған әсәләр хис-тойғоларға күмелде, бер аҙға ғына булһа ла ҡайғы-хәсрәттәрен онота алды.

«Әсәй» телепроектында яҡтыртылған яҙмыштар төрлө һәм аяныслы. Әммә батыр йөрәкле әсәйҙәр яҙмыш һынауҙарына бирешмәй,һынмай. Улдарына ярҙам итеү өсөн көс таба.Әсәйҙәргә бст телеканалы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән бағыусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Беҙҙең компанияла эшләгән ете тиҫтәнән ашыу кеше был бүләктәргә күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын һалған. Беҙҙең бүләк-мендәрҙәргә улар күңел йомартлығын да ҡушҡан, һалдат әсәләренең сәләмәт йоҡоһо беҙҙең һәммәбеҙ өсөн бик мөһим.

Яна Цыганова, «Вицыан» етештереү компанияһының финанс директоры

Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәр Ватаныбыҙҙы, тимәк, беҙҙе лә һаҡлай. Батырҙарыбыҙҙҙың хәрби юлы уңышлы булһын өсөн уларға һәм ғаиләләренә беҙ һәр ваҡыт ярҙам итәсәкбеҙ. Беҙ бергә булғанда көслөбөҙ.

Андрей Алексеев, «Плоды Урала» яуаплылығы сикләнгән компанияһын ойоштороусы

«Әсәй»проекты ҙур сәхнәлә быыл апрелдә күрһәтелде.Мөһим проект Зилә Баймырҙина, Рәйсә Ҡаҙбулатова, Айнур Ибраһимов, Урал Солтангәрәев, Радик Фәтхиев тырышлығы менән тормошҡа ашырыла, алда яңынан-яңы ғаилә тарихтары һәм сюжеттар төшөрәһе бар, ти проект авторы Гәүһәр Батталова.

«Әсәй» хәйриә концертынан йыйылған аҡса махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙамға йүнәлтеләсәк. Тиҙҙән концерт телеэфирҙа күрһәтелә.

Гүзәл Борханова

Волна
Акции БСТ