«Һомай» йыры менән яҡташтарыбыҙ Мәскәүҙә уҙған «Интервидение-2025» халыҡ-ара музыкаль конкурсты ябыу тантанаһында сығыш яһаны. Рәсәйҙә йылдың иң көтөлгән музыкаль ваҡиғаһын Беренсе канал тура эфирҙа күрһәтте. Конкурста Ер шарының ике тиҫтәгә яҡын иленән вәкилдәр ҡатнашты. Рәсәй данын Ярослав Дронов, йәғни Шаман яҡланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Вьетнамдан Дык Фук еңеү яуланы. Тауыш биреү һөҙөмтәләрен көткән арала сәхнәлә илдең «алтын йырҙары» яңғыраны. Популяр һаналған рус, совет, хәҙерге һәм иң яратҡан йырҙарҙан төҙөлгән исемлеккә «Һомай» ҙа ингән. Шулай итеп башҡорт телендәге композиция бөтә донъяға яңғыраған ҙур тарихтың бер өлөшө булды.
Мәскәүҙә уңышлы сығыш яһағандан һуң «Әй Йола» төркөмө Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур турнеға юллана. Гастролдәр барышында яҡташтарыбыҙ федераль радиостанциялар эфирында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған «Урал батыр» китабын уйнаясаҡ. Оҙайлы сәфәр алдынан
төркөм солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов нәшриәт магазинында булды. Ул 10 дана китап һатып алды. Артист билдәләүенсә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, «Һомай» йырына клип төшөрөлгән урындарға ҡыҙыҡһыныу өс, башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын һатыу 30 тапҡырға тиерлек артҡан.




