Был аҙнала Башҡортостанда 35-се Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтә

Мәҙәни сара Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы буйынса уҙғарыла. Күләмле байрам йыл һайын билдәле яҙыусы Сергей Аксаковтың тыуған көнө уңайынан ойошторола. Өфөлә тыуып үҫкән шәхес көндәре Аксаков мемориаль йорт -музейында уҙа. Бында Сергей Аксаковтың тормош юлы һәм ижадына бағышланған күргәҙмә, осрашыуҙар ойошторола, балалар өсөн ижад һәм уйын майҙансыҡтары асыҡ эшләйәсәк. Байрам саралары Бәләбәй ҡалаһында ла көтөлә.

Бынан тыш, республика башлығы 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн уҙғарыу буйынса указға ҡул ҡуйҙы. Байрам уңайынан ҡала-райондарҙа мәҙәни һәм спорт саралары ойошторола. Биләмәләрҙә урамдарҙы тематик рәүештә биҙәү, йәрминкәләр уҙғарыу күҙаллана.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ