Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса 2023 йылда Салауат ҡалаһында бер нисә кешенән торған енәйәтселәр төркөмө барлыҡҡа килә. Улар ҡорал менән янап 5 кешенән 100 мең һум аҡса ала. Уҙған йылда тағы бер кешенән ярты миллион һум талап итәләр. Енәйәт эше Республика юғары суд ҡарауына тапшырылған.




