Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге аркалы күпер Республика көнөнә асыла

Объекттың әҙерлеге 90 процент тәшкил итә. Ағиҙел йылғаһы аша һалынған ҡоролма сафҡа инеү менән Воровский урамы башында ҡалаға инеү һәм сығыу өсөн 13 һыҙат барлыҡҡа киләсәк. Үткән шәмбе Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре барышында объекттың әҙерлеген тикшерҙе.

Октябрҙә шулай уҡ Башҡортостан менән Татарстан сигендә Ыҡ йылғаһы аша күперҙә хәрәкәтте башлау күҙаллана. Был объект билдәләнгән ваҡыттан бер йыл алдараҡ файҙаланыуға тапшырыла. Быйыл республикала тағы ла 12 күперҙе норматив хәлгә килтереү планлаштырыла. Республикала шулай уҡ юлдарҙы ремонтлау, реконструкциялау һәм төҙөү тулы ҡеүәтенә бара. Дөйөм оҙонлоғо 100 километрҙан ашыу 41 участка тәртипкә килтерелгән. Миҙгел аҙағына тиклем төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге тағы ла 400 километр арауыҡта эште тамамлау күҙаллана. Юл төҙөлөшөн үҫтереүгә «Башкиравтодор» предприятиеһы ҙур өлөш индерә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ