Бөгөн баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейы Өфө биләмәһенә ингән өс тиҫтәнән ашыу мәғариф учреждениеһын бергә йыйҙы. Шайморатов кластарында белем алыусылар физик әҙерлеген күрһәтеп, етеҙлеккә, мәргәнлеккә ярышты. Илһөйәрҙәр менән БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин осрашты.
Шайморатов кластарында белем алыусыларҙы берҙәм мәктәп формаһынан танырға мөмкин. Уҡыу алдынғылары спортта ла һынатмай, башланғыс хәрби әҙерлек үтә. Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейы быға асыҡ миҫал. «Йәйге шайморатовсылар уйындарын» асыу тантанаһында улар килгән ҡунаҡтар, тиҫтерҙәре араһында сығыш яһаны.
2020 йылдан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса мәктәптәрҙә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кластары ойошторола башлағайны. Бөгөн уларҙың иҫәбе 290-ға еткән, хәрәкәттә алты меңдән ашыу уҡыусы булыуы билдәле. Шайморатов уйындарында ҡатнашып, улар үҙенә күрә имтихан да үтә. Төбәк кимәлендә иң көслө командаға күсмә кубок тапшырыла. Ҡышҡыһын да ошондай уҡ уйындар ойошторола.
Сара илһөйәр, рухлы һәм көслө быуын тәрбиәләү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Йәш шайморатовсыларҙың сығыштарын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар ҙа иғтибар менән күҙәтте. Мәктәп уҡыусылары улар алдында үҙҙәрен етди тоторға тырышты.
Азат Ғәлиуллин



