Краснокама районында Никола-Березовка ауылының 475 йыллыҡ юбилейы билдәләнде

Байрам уңайынан урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар Елизавета Романова һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды. Изге княгиня Кама йылғаһы буйында урынлашҡан боронғо ауылда 1910 һәм 1914 йылдарҙа булған. Архив документтарға ярашлы, биләмәгә билдәле сауҙагәр, дәүләт эшмәкәрҙәре Строганавтар нигеҙ һалған. Уларҙың иҫтәлегенә ауылдаштар арт -объект төҙөгән. Проект «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип табылған. Ауыл тарихын һаҡлауға йүнәлтелгән объект «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу» номинацияһында билдәләнгән. Ауылдың юбилейы уңайынан бай йөкмәткеле концерт, ҡул оҫталары күргәҙмәһе ойошторолдо.

Күргәҙмәгә милли ризыҡтар әҙерләп алып килдек. Ауыл байрамдарында йыл һайын ҡатнашабыҙ, сөнки халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын һаҡлау мөһим. Байрам бик күңелле үтте.

Гүзәлиә Шиһапова, Яңы Уразай ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ