Башҡортостан уҡыусыһы Халыҡ-ара экологтар олимпиадаһында еңеү яуланы

Сириус федераль территорияһында үткән олимпиадала донъяның 11 иле ҡатнашлығында ойошторола. Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейының 11-се класс уҡыусыһы София Салангина климат үҙгәреүе мәсьәләләренә һәм экология проблемалары буйынса сығыш яһай. Балаларҙың эштәре алдынғы ғалимдар тарафынан баһалана. Өфө ҡыҙы ҡала шарттарында үҫкән үҫемлектәрҙең атмосфералағы углекислы газ миҡдарына йоғонтоһона арналған проект тәҡдим итә. Теоретик һәм практик тур йомғаҡтары буйынса яҡташыбыҙҙың эше иң яҡшыһы тип танылды. София Салангина баш ҡалалағы «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе лә булып тора.

Киләһе йыл юғары уҡыу йортона инеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанмын. Шулай уҡ студенттар араһында ойошторолған экологик лабораторияларҙа ҡатнашыу, проекттарымды тормошҡа ашырыу теләге лә көслө. Рәсәй тәбиғәте, илдең климатын өйрәнеү ҙә ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, белемемде камиллаштырыу менән бергә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға ла иҫәп тотам.

София Салангина, Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейы уҡыусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ