Мәләүездән фронтҡа автомобилдәр оҙатылған

Райондан ебәрелгән ГАЗ-66 һәм УАЗ машиналары махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәй башлаған. Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин социаль селтәрҙә ошо турала хәбәр иткән. Мәләүездәр һалдаттарға маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары, йылы кейемдәр, һыу һәм окоп шәмдәре  лә тапшырған. Шулай уҡ өй күстәнәстәре килтергән. Зәбир Ғабдуллин Мәләүез халҡына, ирекмәндәргә рәхмәт белдергән.

Фото №1 - Мәләүездән фронтҡа автомобилдәр оҙатылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ