Республика парламенты депутаттары ошо турала ҡанун проекты әҙерләй. Документ муниципаль хеҙмәткә ҡайһы бер вазифаларға алынған кешеләргә талаптарҙы ябайлаштыра. “Ҡанунды ҡабул итеү урындағы үҙидара органдарының кадрҙар составын көсәйтергә мөмкинлек бирә. Муниципаль хеҙмәткә алыу маҡсатында уҙғарылған конкурста ҡатнашыусылар даирәһе киңәйә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа үҙ көсөн һынарға хоҡуҡлы. Улар яуаплылыҡ, тәртип, командала эшләү һәм маҡсатҡа ирешеү оҫталығын фронтта дәлилләне. Яугирҙарҙың тәжрибәһе республика өсөн мөһим һәм кәрәк”, - тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Парламентта пленар ултырыш иртәгә була.




