Ҡариҙел районында 4 километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелде. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Был турала транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова белдерҙе. Юл республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән тоташтыра. Быйыл был трассаның Мишкә районындағы тағы бер өлөшө төҙөкләндерелергә тейеш.




