«Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы йәнә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булды

«Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы йәнә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булды. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, янғын һүндереү ойошторола.

Күрелгән зыян күләме асыҡлана. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Атмосфера һауаһы сифаты Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан контролдә тотола. Салауат һәм эргә тирәләге ҡалаларҙа уны тикшереү буйынса даими мониторинг уҙғарыла. Алынған анализ һөҙөмтәләре һауаны бысратыусы матдәләрҙең норма сиктәрендә ҡалыуын күрһәткән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ