Махсус хәрби операция шарттарында Башҡортостан халҡы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтә. Бөгөн республикала ил именлеге өсөн көрәшеүселәргә көнкүреш һорауҙарын еңеләйтеүҙе, шарттар булдырыуҙы күҙаллаған 54 ярҙам сараһы ҡаралған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, Тимофей Антипин сафта ҡала. Махсус хәрби операция биләмәһендә ул 2022 йылдан хеҙмәт итә. Алыштарҙың береһендә уң яурынын яралап, оҙаҡ ҡына Мәскәү госпиталендә дауалана.
Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция ветераны Иглин районында әшәй. Тормош иптәше ашығыс ярҙам фельдшеры. 2 ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Дәүләт тарафынан күрһәтелгән льготаны файҙаланып кесе балалары колледжға уҡырға ингән. Шулай уҡ ғаилә т йорттарын газға тоташтырыуға сертификат та алған.
Шулай уҡ, Тимофей Антипин Өфөнөң Орджоникидзе районы хәрби комиссариатында документтар менән дә ярҙам итә.
Махсус хәрби операцияға ярҙам ойошторуҙа тылда ла әүҙемлек күрһәтелә. Иглин районы халҡы ла биләмәгә күптән түгел 55-се гуманитар конвой оҙатты. Был юлы яугирҙарға юғары үтеүсәнле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелгән. Шулай уҡ шәхси посылкалар һәм балалар яҙған хаттар ҙа бар. Алыҫ юлға сығыусылар тыуған яҡ күстәнәсен Донецк халыҡ республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә хеҙмәт итеүсе яҡташтарының ҡулдарына шәхсән тапшырасаҡ. Йөктө туплауҙа Иглин районы биләмәһе ирекмәндәр штабы ла ҙур ярҙам күрһәтә. Алғы һыҙыҡҡа киләһе ылау яҡынса бер айҙан ойоштороласаҡ.
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ла ҙур ярҙам күрһәтә. Бөгөн республика филиалында 107 социаль координатор эшләй. Улар яугирҙарға реабилитация һәм социализация, ҡайтанан уҡытыу, эшкә урынлаштырыу, медицина, юридик һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша. Ике йыл эсендә Башҡортостанда социаль координаторҙар 116 меңдән ашыу һорауҙы хәл иткән.
Башҡортостандан фронтҡа гуманитар ярҙам даими күрһәтелә. Республика башлығы үҙе лә күп тапҡырҙар алғы һыҙыҡта булғаны бар. Радий Хәбиров һәр сәфәрендә яҡташтарыбыҙҙың һаулығын, ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында белешеп ҡайта.
Башҡортостанда йәмғеһе 54 ярҙам сараһы ҡаралған. Улар мәғариф, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, эшкә урынлашыу, көнкүреш проблемаларын хәл итеү кеүек һорауҙарҙы үҙ эсенә ала.
Хәстәрлек төрҙәре киләсәктә тағы ла киңәйер тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин



