Премьер-министр Андрей Назаров "Юлдаш"ты ҡотланы

Хөрмәтле «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре!

Ихлас күңелдән республикабыҙҙың төп милли радиоһы «Юлдаш»ты

25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡотлайым!

Был байрам радиотапшырыуҙар әҙерләүгә, көнүҙәк мөһим мәғлүмәтте республика халҡына үҙ ваҡытында еткереүгә ҙур көс һалған ижади коллективты, шул тулҡындарҙа йыр-моңдары яңғыраған сәхнә йондоҙҙарын, милли радионы яратып тыңлаған тамашасыларҙы, төрлө өлкәләрҙә эшләгән Башҡортостан илһөйәрҙәрен берләштерә.

Башҡортостан етәкселегенең, хөкүмәттең радио үҫешенә иғтибары һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Донъяның төрлө ҡитғаларында миллиондан ашыу тыңлаусыһы булған радионы бөгөн Һамар, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында һәм башҡа өлкәләрҙә даими тыңлайҙар. «Юлдаш» тулҡындары республикалағы һәр йортҡа инеп, интернет киңлегенә сығып, донъяға таралды.

Республика рупорына әйләнгән радио халыҡты мөһим яңылыҡтар менән таныштыра, яңы закондарға аңлатма бирә, һайлау кампанияларында ҡатнаша, иҡтисад, ауыл хужалығы, юлдар торошо, проблемалар тураһында һөйләй, мохтаждарға ярҙам итә, донъяға һибелеп йәшәгән милләттәштәрҙе берләштерә, телде, рухты һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта заман менән бергә атлай, тимәк Башҡортостандың айырылғыһыҙ бер өлөшө булып эшләй һәм йәшәй. Шуның өсөн дә һеҙҙең юбилей – бар халыҡ байрамы!

«Юлдаш» радиоһы коллективын матур юбилейы менән ҡотлайым! Еңел булмаған көндәлек эшегеҙҙә уңыштар, яңы проекттар, яңы мөмкинлектәр асылыуын, тамашасылар һаны йылдан-йыл артыуын теләйем. Артабан да «Беҙ бергә!» девизы аҫтында алға барайыҡ, дуҫтар!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 

Премьер-министры                                                                        А.Г. Назаров

Фото №1 - Премьер-министр Андрей Назаров  "Юлдаш"ты ҡотланы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ