Башҡортостанда хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған ярҙам саралары менән хәҙер Дәүләт хеҙмәттәре порталында танышырға мөмкин.

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә был категория граждандар өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған, улар тормоштоң төрлө өлкәһенә ҡағыла. Дәүләт хеҙмәттәре порталында ярҙам саралары бер нисә төркөмгә бүленгән, һәр ҡайһыһы тураһында ентекле яҙылған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ғаризаны шунда уҡ электрон рәүештә тапшырырға була. Башҡалары буйынса-ҡайҙа һәм ниндәй документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында аңлатма бирелә. Ошо уҡ порталда кире бәйләнеш булдырылған-кәңәштәр һәм теләктәр ҡалдырырға мөмкин. Төбәк етәксеһе һәр мөрәжәғәттең мотлаҡ эшкәртелеүен дә билдәләп үткән.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ